Настя ата-әсәһе менән бергә "Лайк Настя" каналын алып бара. Уның иң киң таралған видеояҙмаһын 767 миллион кеше ҡараған, ә барлыҡ видеояҙмаларын ― 42 миллиард. Ҡыҙ донъяға килгәс тә, табиптар церебраль фалиж тигән диагноз ҡуя. Ҡыҙ һөйләшә, атлай алмаҫ, тиҙәр. Бер нисә йылдан сирҙе еңеүгә өлгәшәләр. Настяны төрлөсә видеоға төшөрөү ҙә ауырыуҙан ҡотолорға ярҙам итә. Настя тәүҙә ғаиләһе менән Краснодарҙа йәшәһә, 2018 йылдан АҠШ-тың Флорида штатында көн итәләр. Улар хәҙер ете телдә видеояҙма төшөрә. Ә рейтингтың икенсе урынын Dude Perfect каналының биш дуҫы яулаһа, тәүге урында ― 8 йәшлек Райан Каджи. Уның каналының эш хаҡы 1,6 миллиард һум менән баһалана.