Бөтә яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 00:40

Проект еңеүселәрен күңелле байрам көтә

6 ғинуарҙа Өфөлә "Ҡыш бабайға хат" проекты еңеүселәре йыйыла. Улар Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ Шыршы байрамында ҡатнаша.

Изге хат яҙыусы балаларҙы күңелле уйындар, ижади оҫталыҡ дәрестәре көтә. Супер-еңеүселәрҙе бүләкләү ҙә ҡаралған. Әйткәндәй, Ҡыш бабай почтаһына быйыл 2 мең 500 хат килгән. Шуларҙың 1 мең 500-ө ― еңеүсе, 90-ы супер-еңеүсе тип табылған.
Читайте нас: