Яңы йыл каникулдарын файҙаланып, район хакимиәте башлығы үҙе баш ҡалабыҙҙың республика башҡорт интернат-гимназия, лицейҙарында уҡыусыларҙы йыйып, осрашыу үткәргән. Район тарафынан ярҙам да тәҡдим иткән.
«Беҙҙең уҡыусыларҙың район проблемалары менән ҡыҙыҡһыныуҙарына тағы бер ҡат инандыҡ», – тип хәбәр итә «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә Илдар Таһир улы, уларҙың яҡты киләсәгенә ышаныс та белдерә.