Бөтә яңылыҡтар
8 Ғинуар 2020, 17:47

Һәмәндә – балалар өсөн матур байрам

Баймаҡ районы Һәмән ауылындағы боҙ ҡаласығы янында балалар өсөн матур байрам ойошторолған. Бының өсөн ҡыҙҙар, малайҙар Әсләм Ишморатов, Айгөл Сафина, Илфат Тәхәүетдинов, Зөлфиә Мәжитоваларға рәхмәтле!

Әлеге мәғлүмәтте Билал ауыл китапханаһы төркөмөнән алдыҡ. Китапханасы Райхана Булатова хәбәр итеүенсә, байрам бик күңелле уҙған. Балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелгән. Күмәкләп йырлағандар, бейегәндәр, һырғалаҡтан да шыуғандар. Бер бала ла бүләкһеҙ ҡалмаған.
– Рәхмәт һеҙгә, Әсләм, Айгөл, Илфат, Зөлфиә апай! Балаларҙы ҡыуандырҙығыҙ. Сауабы үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын, – тип тә белдерә беҙҙең менән әүҙем хәбәрләшеүсе Райхана Булатова.
Читайте нас: