Бындай маҡтаулы исем биреүҙең инициаторы булып Рәсәй Президенты Владимир Путин тора. Әлеге йүнәлештә ҡанун проекты Дәүләт Думаһында февралдә уҙасаҡ пленар ултырыштарҙың береһендә ҡараласаҡ.
Был проект яҙмаһында илебеҙҙә «Герой ҡалалар», «Хәрби дан ҡалалары» бар, шулай ҙа Германияны еңеүҙә әһәмиәтле өлөш индергән тыл хеҙмәтсәндәренең ҡыйыулығын, ныҡлығын да оноторға ярамай, тиелә.
Маҡтаулы исем алған ҡалаларға ҡаланың гербы төшөрөлгән стела һәм тейешле президент ҡарары тексы ҡуйыласаҡ. Унан тыш, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында, Еңеү һәм Ҡала көндәрендә халыҡ өсөн тантаналар, байрам салюттары ойоштороласаҡ.