Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 17:49

«Вәғәҙә иттек – эшләйбеҙ»

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттары тураһында яҙа.

– Вәғәҙә иттек – эшләйбеҙ, мәктәптәрҙә 153 стоматология кабинеты балаларҙы ҡабул итә лә инде. Ошо көндәрҙә тағы ла 61-енә ремонт яһалды. Ҡоролмалар яңы, хәҙерге заман балалар стоматологияһы талаптарына яуап бирә. Бындай сағыу һәм матур бүлмәләрҙә уҡыусылар тештәрен дауаларға ҡурҡмаҫ, тип ышанам, – ти республика етәксеһе.
Читайте нас: