Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 13:40

Янғындар кәмегән

Һаҡланғанды Алла һаҡлай, тигәндәй, алдан төрлө саралар күрелгәс, оҙайлы Яңы йыл каникулында республикала янғындар һәм утта һәләк булыусылар бүтән йылдар менән сағыштырғанда әҙерәк булған.

Йорттарҙа янғынды иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыу, өйҙән-өйгә йөрөп, хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләр менән профилактик әңгәмәләр – былар бөтәһе лә ыңғай йоғонто яһаған. Һөҙөмтәлә, республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, быйыл янғындар һаны дүрт тапҡырға кәмегән, һәләк булыусылар былтырғыға ҡарағанда 80 процентҡа әҙерәк. Бында республикала индерелгән «ҡоро закон» да мөһим әһәмиәткә эйә булғандыр, моғайын.
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, йыл башынан 134 янғын сыҡҡан, уларҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән, 3-әүһе төрлө йәрәхәттәр алған. Һаҡ булайыҡ, дуҫтар.
Читайте нас: