Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 10:44

Президент фәҡирлек менән көрәшәсәк

15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Кремль сайтында белдереүҙәренсә, уның сығыш тексында халыҡтың эш хаҡында ла һүҙ буласаҡ.

– Ябай халыҡтың килеме артмауы мине бигерәк тә борсой, – тип белдерҙе Рәсәй етәксеһе.
Мөрәжәғәтнамәлә шулай уҡ фәҡирлек һәм тигеҙһеҙлек менән көрәшеү, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы, тарихи хәтерҙе һаҡлау темалары күтәреләсәк.

Читайте нас: