Ул "Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!" тип аталғайны. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, Гөлнара һәм Заһир Фазылйәновтарҙың ҡар һындары ҡаласығы янына 35-ләп бала йыйылды. Кескәйҙәрҙе "Ҡарһылыу" һәм "Ҡыш бабай" командаларына бүлеп, һәр уйынды ойошторорға етәксе беркетелде. Уйынға әсәй, өләсәйҙәр ҙә килде. Улар төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, рәхәтләнеп ял итте. Ҡыш бабай ҡыҙҙар, малайҙар менән ихлас уйнаны, ярышты. Балаларға ныҡ оҡшаны.
– Ленин урамының хужабикәләре барыбыҙҙы ла тәмлекәстәр менән һыйланы, эҫе сәй эсерҙе. Был сараны үткәреүҙә ауылдың әүҙем һәм тырыш ғаиләләре матди яҡтан ҙур ярҙам күрһәтеп, балаларға күңелле байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт, – тип ҡыуанып һөйләй әбделмәмбәттәр.
Афарин, бындай саралар күберәк үткәрелеп торһон!