Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 16:15

Уңыштар һеҙгә, Нәҙербаевтар!

Быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр "Сәләмәт быуын – сәләмәт төбәк" республика фестивале ойошторолғайны.

Баймаҡ районы мәктәптәрендә лә был спорт байрамын дәррәү күтәреп алдылар. Проект райондың иң көслө, спорт ғаиләһен билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Ҡаланың 4-се лицейында фестивалдең төбәк финал уйындары үтте. Унда райондың 14 ғаиләһе көс һынашты. "Күңелле старттар!" һынауҙарын уңышлы үткәндән һуң 4-се лицейҙан Нәҙербаевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Афариндар! Бигерәк шәп бит ул ошо лицей уҡыусылары ла, атай-әсәйҙәре лә.
18 ғинуар көнө Нәҙербаевтар Өфөлә Баймаҡ намыҫын яҡлаясаҡ. Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: