Башҡортостанда 10 ғинуарҙа һайлап алыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы.
[email protected] адресына наториус раҫлаған документтарҙы ебәрергә мөмкин. Ә ҡағыҙ варианттағыларын
Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 205-се бүлмә адресы буйынса федераль программаның төбәк операторы, йәғни Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ҡабул итә. Программала 55 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала, биш йыл эшләргә кәрәк буласаҡ. Балалар баҡсалары тәрбиәселәренә ҡағылмағанын да әйтеп үтәйек. Ә бына тәрбиәсе, хеҙмәт буйынса инструктор, физик культура буйынса инструктор, концертмейстер, логопед, методист, музыка етәксеһе, өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-китапханасы, педагог-психолог, социаль педагог, тренер-уҡытыусы булып эшләргә теләүселәр конкурста ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте федераль программаның рәсми сайтында инеп ҡарарға мөмкин.