Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар 2020, 19:33

«Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!»

«Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмы авторҙарынан шәп яңылыҡ, дуҫтар! 27 ғинуар киске 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған «Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!» әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк.

«Һеҙҙе Рәми шиғриәте аша мөхәббәт, тыуған ил һәм кешелек тураһында һөйләшергә, халыҡ шағирының һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға ҡушылып йырларға саҡырабыҙ. Кисәгә билет алып килгән һәр кем Рәми Ғарипов тураһындағы тулы метражлы нәфис фильмға үҙ өлөшөн индерәсәк», – ти белдерә ойоштороусылар.
Был кисәлә Әхтәм Әбүшахманов, Таңсулпан Бабичева, Рушанна Бабич, Артур Ҡунаҡбаев, Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Руслан Хайсаров, Радмир Абдуллин, Фирғәт Ғарипов, Илнур Лоҡманов, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев, Морат Рафиҡов, Лилиә Исҡужина, Гөлназ Мөхәмәҙиева. «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, Азат Йыһаншин, Алһыу Бәхтиева, Әлим Ҡәйүмов, Фәрүәз Урманшин, Гөлсөм Бикбулатова, Айгиз Ханов, Светлана Хәкимова, Урал Ниғмәтуллиндар сығыш яһаясаҡ.
Кисәнең сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова. Режиссеры - Таңсулпан Бабичева.
Читайте нас: