Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар 2020, 18:51

Әбүләистә – күңелле байрам

Ейәнсура районының Әбүләис ауылында халыҡ өсөн «Ҡышҡы уйындар» байрамы ойошторолған. Күңелле спорт ярыштарында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик теләп ҡатнашҡан.

Был байрамды Әбүләис ауыл китапханаһы ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе менән берлектә үткәргән. «Өлкәндәр һәм йәштәр ике командаға бүленеп, бөтә уйындарҙа, эстафеталарҙа ярышты. Балалары менән килеүсе атай-әсәйҙәргә лә айырым уйындар уҙғарылды. Күңелле сара бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды», – тип хәбәр итә «Ейәнсура районы китапханалары» төркөмөндә Зәлифә Мырҙабулатова.
Читайте нас: