– Был еңеүем минең өсөн шул тиклем ҡәҙерле. Көтөп алған еңеүем. «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында Гран-при яулап, Башҡортостан йәштәренең «Аҫылташ» дебаттар конкурсында еңеүем аша килдем был көнгә. Мин үҙ туған телемде шул хәтлем яратам. Уны бер һүҙ менән дә аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Әле тел мине күтәрә, киләсәктә мин дә үҙ телемде күтәрергә тейешмен, – тине ул еңеүселәр исеменән һүҙ әйтеп.
Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында XI синыфта уҡыған ҡыҙ Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәренә, баһалама төркөмө ағзаларына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Әмирхановаға ҙур рәхмәттәрен дә еткерҙе.