Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүҙе иҫкәртеү маҡсатында Өфө ҡала хакимиәте һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге уҡыусыларҙы юлдарҙа һәм урамдарҙа һаҡ булырға саҡыра, ата-әсәләргә лә был хаҡта балаларына иҫкәртергә ҡуша.
Бынан тыш, йөрөй торған юлдарға яҡын урындарҙа балалар булған саҡта теләһә ҡайһы ваҡытта йүгереп сығыуҙары ихтималлығын водителдәр ҙә онотмаҫҡа тейеш. Машина йөрөтөүселәргә йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юл аша сығыу урындарында, ишек алды биләмәләрендә һәм «Балалар» билдәһе булған ерҙәрҙә бигерәк тә иғтибарлы булырға кәрәк.