«Туймазы үҙәк район больницаһының балалар поликлиникаһы бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә башланы инде. Яңы өс ҡатлы бина 5,5 мең квадрат метр майҙанды биләй, бер смена 300 килеүсегә иҫәпләнгән », – тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.