Бөгөн ошо тәңгәлдә махсус программа әҙерләнә. Ул республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер сара булып торасаҡ. Проект дүрт бүлектән төҙөлгән. Иң беренсенән, йәш ғаиләләргә уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһен хәл итеү ҙә күҙ уңында тотола. Программала ҡаралған барлыҡ бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн, әлбиттә, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Тап ошо йүнәлешкә айырым иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ бар яңылыҡтар менән халыҡты таныштырыу бурысы ла ҡуйылған.