Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 11:09

Элек һыуһыҙ, мейес яғып интеккәндәр

Быйыл Бөрйән районының Нәби һәм Яуымбай ауылдарында асылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары бөтә заманса талаптарға яуап бирә.

Был медицина учреждениеларында 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән – 268 бала. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының кәрәкле ҡоролмалар, йыһаздар менән тулыландырылыуы сифатлы беренсел медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирәсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттары ла яҡшырған. Юғиһә, элекке биналарында һыуһыҙ, канализацияһыҙ, мейес менән йылытып интеккәндәр. Бындай модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән.


Читайте нас: