Кисә математиканан бәйге башланды. 26 ғинуарға тиклем белемеңде тикшереп, үҙ көсөңдө һынап ҡарарға була. Ә 27 ғинуарҙан 9 февралгә тиклем төп тур уҙасаҡ. Шуныһы һәйбәт, Рәсәйҙең 9 төбәгендә был олимпиаданы юғары уҡыу йорттары хуплай һәм финалға сыҡҡан өлкән синыф уҡыусылары быйыл беренсе тапҡыр уҡырға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балл ҡушыласаҡ, юғарыраҡ стипендия, түләп уҡығандарға ташламалар буласаҡ. Партнёрҙар исемлегендә әлегә беҙҙең республика, Мәскәү юғары уҡыу йорттары юҡ. Алдағы йылдарҙа, бәлки, ҡушылырҙар.