Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 18:05

Яндекс. Таксиҙа бушлай йөрөйәсәктәр

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Олга Васильева менән Тверь ҡалаһында осрашыу ваҡытында бер уҡыусы "ветеран" һүҙен ҙур хәрефтән яҙырға, быны ҡануниәт нигеҙендә нығытырға кәрәклеге тураһындағы тәҡдиме менән уртаҡлашҡан.

Министр бының менән килешеүен белдергән.
Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары быға, һис шикһеҙ, лайыҡ. Их, сафтары ғына йылдан-йыл һирәгәйә бара шул. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә уларға ҡарата ихтирамыбыҙ тағы ла арта ғына.
Тиҙҙән Башҡортостанда Яндекс. Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, Ленинград блокадаһында ҡалғандарҙы һәм концлагерҙарҙа бала саҡтарында тотҡонлоҡта булғандарҙы бушлай йөрөтә башлаясаҡ. Вице-Премьер Ленара Иванова белдереүенсә, әле был турала килешеү төҙөлә, Республика социаль хеҙмәтләндереү бүлегенә махсус телефон номеры ла бүленәсәк.
Такси хеҙмәтен алдан планлаштырырға кәрәк була. Уның менән айына дүрт тапҡыр бушлай файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Һәйбәт бит!
Читайте нас: