– Барыһы ла беҙ теләгәнсә килеп сыҡты, мин үҙем дә был сараларҙа ҡатнаштым, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров һәм киләсәктә лә ғаилә ағзалары менән берлектәге уйындарҙы дауам итергә кәрәклеген дә белдерҙе.
Яңы йыл ваҡытында хәмер һатыуҙы ваҡытлыса сикләү ҙә ыңғай баһаланды. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк. Йәйгеһен һабантуйҙарҙа ла иҫерткес эсемлектәр тыйыласаҡ.
– Яңы йыл каникулы Башҡортостанда һәйбәт үтте, тип иҫәпләргә була. Бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы, – тине байрамға йомғаҡ яһап республика Башлығы Радий Хәбиров.