Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 14:05

Ивановна түгел, ә Анновна

Гүзәлиә Айгөлевна... Ҡуй, бер ҙә генә килешмәй, Гүзәлиә Азатовна, мәҫәлән, бик матур яңғырай. Атаһының исеме менән. Ниңә былай тип яҙып ҡарарға булдыҡмы?

Гөнаһ шомлоғо, Рәсәйҙә балаға атаһының исеме (отчество) урынына үҙенекен (матчество) биреүсе әсәйҙәр арта башлаған бит: Юльевна, Анновна... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә ҡормайынса әсәй булыусылар милләттәштәребеҙ араһында ла бар. Тулы булмаған ғаиләлә үҫкән бала үҙе ҙурайғас, ниндәй булыр? Рәсәйҙә бер ҡыҙ үҫеп еткәс, документтарындағы атаһының исемен әсәһенекенә үҙгәрткән, сөнки бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешенең исемен йөрөткөһө килмәй, тип яҙалар. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ҡанун буйынса атай исемен яҙырға тейеш, әммә күп исемдәрҙең ике төрлө варианты булыуы был мәсьәләне хәл итеүҙе еңелләштерә икән.
Баҡһаң, тарихта ла балаға әсәһенең исемен яҙыу булған. Бигерәк тә танылған шәхес булһа, атаһының исеме менән бергә әсәһенекен дә яҙғандар. Сит илдәрҙә лә күҙәтелә. Испанияла бәпескә йола буйынса икеһенең дә фамилияһын биргәндәр.
Әммә әлеге ваҡытта балаларға отчество урынына матчество биреү ғаилә ҡиммәттәрен һанға һуҡмау кеүек ҡабул ителә түгелме?
Читайте нас: