Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 10:57

Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен бөгөн беләсәкбеҙ

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауын күптәр түҙемһеҙләнеп көтәлер.

Кремль сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй лидеры Мөрәжәғәтнамәне Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө 2-лә «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында 1 мең 300 саҡырылыусы алдында яңғыратасаҡ. Саҡырылыусылар араһында депутаттар, сенаторҙар, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар, төбәк йыйылыштарының спикерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бар. Президенттың Мөрәжәғәтнамә менән сығышын яҡтыртыу өсөн 900-гә яҡын Рәсәй һәм сит ил журналистары теркәлгән.


Читайте нас: