Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 19:45

Радий Хәбиров та бик ҡыуанды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән республика Башлығы Радий Хәбиров та бик ҡәнәғәт булды. Ул үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә был хаҡта бик ҡыуанып яҙа.

– Мөрәжәғәтнамәнән шундай күтәренке кәйефтә өйгә ҡайтып барам. Беҙ хәҙер балалар тәрбиәләүсе һәм бигүк бай йәшәмәгән ғаиләләрҙе нимә көтәсәген ышаныслы әйтә алабыҙ. Әсәлек капиталы 150 меңгә арта. Тәүге балаға әсәлек капиталы түләнә башлай. 3 йәштән 7 йәшкәсә айлыҡ түләүҙәр тураһында хыяллана ла алманыҡ. Был бик ҙур проблема булды. Баланың өс йәше тулғас, түләүҙәр бөтә, ә ата-әсәләрҙең балаларына сығымдары арта ине.
Тағы ла иң мөһиме – бөтә башланғыс синыфтарға ла ҡайнар ашты бушлай итеүгә ҡыйыулығым етмәгәйне. Бәхеткә күрә, президент бындай ҡарарҙы ҡабул итте, – ти шатлығы менән бүлешеп.
Читайте нас: