«Айыҡ ауыл» проекты тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, демография, ғаилә һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов һөйләне.
«Айыҡ ауыл – 2019» конкурсы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы үткәрелә. Әле уның икенсе этабы бара. Беренсе, муниципаль, этабы июлдә башланғайны. Унда Башҡортостандағы 54 райондың 52-һенән 464 ауыл ҡатнашты. Күпселек райондарҙың ситтә ҡалмауы бик һөйөнөслө. Ә республика этабына 47 ауыл үтте. Хәҙер улар 13 – 23 февралдә төрлө саралар ойошторорға, 25 – 28 февралдә презентация яҡларға тейеш. Еңеүселәр иһә интернет селтәрендә тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнәсәк. 1 марттан 10-на тиклем тауыш бирергә әҙерләнегеҙ, дуҫтар. Йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһаласаҡ.
«Айыҡ ауыл – 2019» конкурсында ҡатнашыусыларҙы баһалағанда социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу ҙа иҫәпкә алынасаҡ. Интернетҡа мәғлүмәт ҡуйғанда ауыл биләмәһе исемен яҙып, #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары менән билдәләргә кәрәк.
Еңеүсе ауылдар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломдарына лайыҡ буласаҡ. I урынға – 500 мең, II урынға – 250 мең, III урынға 150 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ. Ул ауыл биләмәһен үҫтереүгә тотонолорға тейеш.
Конкурстың икенсе этабына сыҡҡан тағы 12 ауыл дипломға һәм 25 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ буласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар араһында ла бәйге ойошторола. #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары буйынса мәғлүмәттәрен ҡуйған һәр кем ҡатнаша ала. 20 иң әүҙем авторға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломы һәм 10 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыласаҡ. Айыҡ тормош өсөн көрәштә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.