Һорауҙарға яуап биреүҙәренән, коммуналь түләүҙәр, эшһеҙлек һәм медицина ярҙамы күрһәтеү проблемаларынан тыш, экология мәсьәләһе дүртенсе урында булыуы асыҡланған. Рәсәйҙәр фекеренсә, иң беренсе йәһәттә экологик проблемалар атмосфера һауаһын бысратыу менән бәйле. Шулай уҡ һыу объекттарының бысраныуы ла борсолоу тыуҙыра. Һорау алыу кешеләрҙең коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм рөхсәтһеҙ сүплектәргә ҡаршы булыуын да күрһәткән. 90 процент яуап биреүсе ҡалдыҡтар проблемаһы хаҡында уйлана. Хатта үҙҙәре лә тәбиғәтте һаҡлауға әҙер: яртыһынан күбеһе өмәләрҙә, ағас ултыртыу сараларында ҡатнашырға, һыуҙы һәм электр утын һаҡсыл тотонорға риза. «Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Таҙа һауа» һәм «Экотуризмды үҫтереү һәм биотөрлөлөктө һаҡлау» федераль проекттарының тормошҡа ашырылыуы хаҡында күптәрҙең мәғлүмәтле булмауы асыҡланған.