Мәҫәлән, Белем , Йәштәр көндәрендә, һабантуйҙарҙа спиртлы эсемлек һатыу тыйылды. 2019 йылда бер нисә йыл онотолоп торған «Айыҡ ауыл» республика конкурсы тергеҙелде. 22 – 23 ғинуарҙа ошо сара сиктәрендә, халыҡҡа психологик, наркологик ярҙам ойоштороу маҡсатында, "Ҡыҙыу бәйләнеш" ойоштороласаҡ. 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8–800-7000-183 телефонына шылтыратып, нарколог, психолог, психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итергә мөмкин. Эскелек, наркоманияға бәйле, уларҙан дауаланыуға ҡағылышлы һорауҙарға башҡортса йәки урыҫса аныҡ яуаптар аласаҡһығыҙ.