Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 18:41

Тағы ла бер иҫтәлекле көн барлыҡҡа килә

Ҡыуаныслы яңылыҡ, дуҫтар! Республикабыҙҙа яңы иҫтәлекле көн барлыҡҡа килә.

13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнә башлаясаҡ. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһында» ҡанунға үҙгәрештәрҙе 30 ғинуарҙа пленар ултырышта ҡараясаҡтар.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3 мең 860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.
Читайте нас: