Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2020, 15:30

Кемегеҙ дөрөҫ әйтер?

Әйҙәгеҙ, бесәй-сысҡан уйнап алайыҡ әле. Йәғни, улар тураһында мәсьәлә сисәйек.Әгәр ҙә бесәй бүлмәлә булһа, сысҡан ояһында ултыра, сыр һыуытҡыста ята. Сыр өҫтәлдә икән, бесәй - иҙән аҫтында, ә сысҡан бүлмәлә йөрөй. Хәҙер тышта ҡар ҡатыш ямғыр яуа, сыр өҫтәлдә ята.

Тимәк, был ваҡытта ...
А) бесәй - бүлмәлә;
Б) сысҡан - ояһында;
В) бесәй - бүлмәлә йәки сысҡан - ояһында;
Г) бесәй - иҙән аҫтында, ә сысҡан - бүлмәлә.
Бер яуап ҡына дөрөҫ. Яуабын хәреф менән комментарийҙарҙа яҙығыҙ.
Читайте нас: