"Күңелле старттар" һөҙөмтәләре буйынса төркөмдәр араһында иң етеҙ командалар билдәләнде. Шулай итеп, беренсе һәм икенсе синыфта уҡыған балалары менән ҡатнашҡан ғаиләләр араһында Мәләүез, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы райондары, өсөнсө һәм дүртенсе синыфтағылар араһында Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский ҡалалары командалары сыҡты. Улар "Навигатор" тип аталған эстафетала ярышты. Еңеүселәр Әбйәлилдән Даушевтар һәм Стәрлетамаҡтан Ҡотдосовтар! Афарин!