Бөтә яңылыҡтар
19 Ғинуар 2020, 13:16

Мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөл

Ә һеҙ ҡоштарға тағараҡтар яһап элдегеҙме әле? Был йәһәттән Учалы районы Миндәктәге 6-сы мәктәптең башланғыс синыф уҡыусылары маҡтауға лайыҡ.

«Беҙҙең беренселәр ҡоштарҙы хәстәрләп, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән тағараҡтар яһап элде. Әлбиттә, ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың тормошон еңелләштереүгә атай-әсәйҙәребеҙ ҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар балаларына тағараҡтар эшләүҙә лә, элеүҙә лә бергә ярҙам итте. Тағараҡтар яһау – мауыҡтырғыс, файҙалы шөғөл ул», – тип хәбәр итә уҡытыусылары Гүзәл Ихсанова.
Ҡыш көнө ҡоштарға аҙыҡ эҙләүе бигерәк тә ауыр. Әйҙәгеҙ, был эшкә күмәкләп тотонайыҡ.
Читайте нас: