Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 10:49

15 мәҙәниәт йортона аҡса бүленде

Мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға һәм уларҙы үҫтереүгә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан субсидиялар бүленде. Был суммалар йәшәгән халҡы 50 меңдән ашҡан ауылдарға биреләсәк.

Тейешле ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Субсидияның дөйөм суммаһы 53 миллион 500 мең һумдан ашыу. Шулай итеп, «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» проекты сиктәрендә 15 район мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһын нығытасаҡ. Улар – Асҡын, Балаҡатай, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Салауат, Стәрлебаш, Өфө, Федоровка һәм Яңауыл райондары.


Читайте нас: