Иглин районының Ягодная ауылында урман хужаһын күргәндәр. Ул айыу йылыға аптырап йоҡоһонан торғандыр инде. Ауылға аҙыҡ эҙләп килгәндер. Халыҡҡа һаҡ булырға, урамда бик йөрөмәҫкә ҡушҡандар. Әле ауылда райондың ветеринария хеҙмәте һәм Экология министрлығының дәүләт инспекторҙары эшләй. Айыуҙы тотоп, ҡотороу сиренә анализ аласаҡтар. Урман батшаларының бүтән яҡтарҙа ла уяныу осраҡтары бар. Мәҫәлән, Житомир өлкәһендә реабилитация үҙәгендә йәшәгән айыуҙар ҙа тороп, аҙыҡ эҙләргә керешкән, тип яҙалар. Уларға хәҙер алма, балыҡ ашаталар икән.