– Рәсәй Бөтә донъя фольклориадаһын беренсе тапҡыр ҡабул итә. Уны икенсе төрлө мәҙәни Олимпиада тип тә атайҙар. Был- бик ҙур сара, тотош республика буйынса үтәсәк. Башҡортостанға донъяның 80-дән ашыу дәүләтенән 3000-гә яҡын артист киләсәк. Тотош республика буйынса 72 майҙансыҡ булдырылаcаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе майҙансыҡтарҙы әҙерләргә, уларҙы алдан тикшереп сығырға, ҡунаҡтар йәшәйәсәк урындарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты. Уларҙың именлеген тәьмин итеү, мәҙәни программа төҙөү бурысын ҡуйҙы.