Быйыл табиптар ошо график буйынса эшләйәсәк: 19 – 25 ғинуарҙа – Сибай, 27 – 31 ғинуарҙа – Салауат, 3 – 7 февралдә – Стәрлетамаҡ, 10 – 14 февралдә – Нефтекама, 17 – 21 февралдә – Ағиҙел ҡалаларында, 23 – 29 февралдә – Туймазы, 1 – 7 мартта – Учалы, 9 – 13 мартта – Яңауыл, 16 – 20 мартта – Дәүләкән, 23 – 27 мартта – Благовещен райондарында.
– Бригадалар составына нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр кардиологтары, невролог, эндокринолог, офтальмологтар индерелгән. Табиптар бригадаһында тәүге тапҡыр «Әсә һәм бала» клиник госпиталенең белгестәре лә ҡатнаша, – тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.