Үрге Ҡыйғылағы 2-се мәктәп директоры Фәнил Сафин уны былтыр барлыҡҡа килгән «Үҫеш нөктәһе» өҫтәмә белем биреү үҙәге менән таныштырҙы. Уҡыусылар заманса һөнәрҙәр үҙләштерһен өсөн мөмкинлектәр булдырылған. «Үргә ос!» республика мәғариф проекты сиктәрендә тиҙҙән стоматология кабинеты асыласаҡ.
Радий Хәбиров ашхана менән дә танышты. Унда ашнаҡсылар аш-һыуҙы урындағы аҙыҡ-түлектән әҙерләй икән. 2-се мәктәптә ете йыл инде кадет синыфы эшләй. Ошо уҡыу йылы башында Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты менән килешеү төҙөлгән.
Мәктәптә спорт үҫешкән. Уҡыусылар хоккей һәм баскетбол буйынса республика кимәлендә алдынғы урындарҙы биләй. Республика етәксеһе балаларға артабан да уҡыуҙа һәм спортта уңыштар теләне.
Белем усағын төҙөкләндереү өсөн кәрәкле аҡса бүленәсәк. Радий Фәрит улы мәктәптә медицина кабинеты ла булдырырға ҡушты.