Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:12

Баймаҡта ла һөт аҙыҡтары таратыла башлай

Баймаҡта һөт аҙыҡтарын таратыу пункты асылды.

Республикабыҙҙа һөт кухнялары селтәре «Демография» милли проекты сиктәрендә булдырыла. Ошо йылдың ғинуарынан һөт продукцияларын таратыу пункттары бөтә район-ҡалаларҙа ла булдырыла. Проектҡа ярашлы, ауырлы ҡатындар, бәләкәй сабыйҙары булған әсәйҙәр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға сифатлы һәм сәләмәт аҙыҡ бирелә.
Баймаҡ районы Сибайҙағы һөт кухня-фабрикаһы тарафынан тәьмин итәләсәк. Һөт аҙыҡтарына бер ниндәй өҫтәмәләр, консерванттар ҡушылмай. Шуға бәләкәс балалар был ризыҡтарҙы бик яратып ашар, тип ышаналар.


Читайте нас: