Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:17

Рәсәй Хөкүмәтендә – яңы состав

Президент Владимир Путин кадрҙар яңыртыу сәйәсәтен дә үткәрә. Ул 21 ғинуарҙа Рәсәй Хөкүмәтенең яңы составы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованы медицина фәндәре докторы Михаил Мурашко алыштырҙы. Элек ул Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтте етәкләй ине.
Мәғариф министры Ольга Васильева урынына Сергей Кравцов тәғәйенләнде. Ул һуңғы ваҡытта Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.
Максим Решетников Рәсәй Иҡтисади үҫеш министры булып китте. Ул – Пермь крайының экс-губернаторы.
Яңы Премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә уларға Президент Владимир Путин билдәләгән бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк.


Читайте нас: