Республика етәксеһе юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә инеп, балалар һәм уларҙы оҙатыусылар менән аралашҡан. Дөйөм алғанда, ул күргәндәренән бик ҡәнәғәт ҡалған.
– Балаларҙың йылы, уңайлы шарттарҙа йөрөүҙәре минең өсөн бик мөһим. Был автобус уңайлы, төҙөк, водитель бөхтә, оҙатыусы бар. Мин улар өсөн тынысмын, – ти белдерҙе ул был хаҡта.
Әйткәндәй, бөгөн Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһында булды.