Яңы барлыҡҡа килгән залдар «Мәҙәниәт» милли һәм «Һанлы мәҙәниәт» төбәк проекттары буйынса йыһазландырыласаҡ. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығының һайлауын үткән мәҙәниәт учреждениелары виртуаль концерт залдары булдырыу, даими рәүештә концерттарҙы күрһәтеү өсөн кәрәкле техник ҡоролмалар, интернет селтәре менән тәьмин ителәсәк.
Быйыл Ишембай һәм Сибайҙағы балалар сәнғәт мәктәптәре еңеүсе тип табылды. Уларға 1-әр миллион һум аҡса бүленә. Был суммаға проекторҙар, экран, ноутбуктар, акустик системалар, сәхнә ҡоролмалары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынасаҡ.