Музей хеҙмәткәрҙәре «Ағиҙел» журналы менән берлектә билдәле драматург, прозаик, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Наил Ғәйетбаевтың Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап яҙылған «Бабич» романы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы ойоштора. Унда әҙиптең ҡәләмдәш дуҫтары, әҙәбиәт белгестәре, тарихсылар, журналистар ҡатнашыуы көтөлә. Сара 6 февралдә көндөҙгө 4-тә башлана. Йорт-музей Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса урынлашҡан. Рәхим итегеҙ!