Бөтә яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 17:00

Әсәлек капиталынан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ

Күптәр әсәлек капиталын тере аҡсаға әйләндерәм, тип алдана. Был турала «Аргументы и факты» гәзитендә яҙалар.

Һуңғы йылдарҙа ғына әсәлек капиталына ҡағылышлы яуыз ниәт менән ҡылынған аҫтыртын эше өсөн 4 меңдән ашыу кеше хөкөмгә тарттырылған. Енәйәтселәр йәш балалы ғаиләләрҙең аҡсаһын ҡулдарына төшөрөү өсөн ниндәй генә юлға бармай?! Башҡортостанда 2019 йылда бер кооператив директорын тотҡандар. Ғаиләләрҙе әсәлек капиталын аҡсаға әйләндереп бирәм, тип алдап, иҫәп асырға ҡушып, аҡса күскәс, үҙенә алып тотонған. Шундай юл менән 22 миллион аҡса үҙләштергән.
Әсәлек капиталын ҡанунға ярашлы, фатир алыуға, баланы уҡытыуға тотонорға кәрәклеген иҫтәренән сығармаһын ине атай-әсәйҙәр.
Читайте нас: