Үткән йылдарға һандарға күҙ һалһаҡ, былтыр республикабыҙҙа 12 ай эсендә 42 мең 53 бала ауаз һалған. Шуларҙың 21 мең 680-е – ҡыҙҙар, 20 мең 373-ө – малайҙар. Былтыр 1 мең 307-гә гүзәл заттар күберәк тыуған.
Баш ҡалала донъяға килеүсе сабыйҙар һаны менән Киров районының ЗАГС бүлеге тәүге урынды биләй (2 мең 883), икенсе урында – Калинин (2 мең 592 ), өсөнсө урында – Октябрь райондары (1 мең 958).
Республикабыҙ райондарына күҙ һалһаҡ, Асҡын районында тыуымдың – 12, Өфөнөң Дим районында – 4,3, Ленин районында 4,9 процентҡа артыуы күҙәтелә.
2019 йылда 15 мең 448 тәүге бала, 15 мең 803 икенсе бала, 7 мең 749 өсөнсө бала донъяға килгән.
Әйткәндәй, президенттың «Демография» милли проекты ла сабыйҙар һанын арттырыу буйынса ҙур маҡсаттар ҡуйып, күп эштәр башҡара. Әле тәүге бала өсөн әсәлек капиталы булдырып та, һәйбәт уйлағандар.
Тик төптән уйлап ҡараһаң, эш хаҡы бигүк артмай, ә магазинда хаҡтар көндән-көн күтәрелә. Аҡсаға алданып ҡына бала табыусылар һаны күбәйерме икән?