Бөтә яңылыҡтар
26 Ғинуар 2020, 12:00

Миңзәлә Яхина ла сығыш яһаясаҡ

Баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында «Салауат юлдарынан» документаль-нәфис фильмы күрһәтеләсәк.

«Фильмда һеҙ Юлай менән Салауаттың сирек быуатлыҡ һөргөн дәүере, уларҙың уй-кисерештәре, архивтарҙағы яңы мәғлүмәттәр һәм ике быуаттан ашыу уларҙы хәтерҙәрендә һаҡлаған төрлө милләт вәкилдәренең фекерҙәре менән танышырһығыҙ», – тип хәбәр итә үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә популяр йырсы-ижадсы Миңзәлә Яхина. Был көндө ул да сығыш яһаясаҡ. Сара ваҡытында йәнле әңгәмәлә ҡатнашып, һорауҙарығыҙға яуаптар алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
28 ғинуарҙа Бәләкәй залда үтәсәк осрашыу 18.30 сәғәттә башлана. Билеттар урында һатыла, инеү хаҡы – 100 һум.
Читайте нас: