Бөтә яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 11:05

Атай-әсәйҙәрҙең килеме иҫәпкә алынасаҡ

Президент Владимир Путин мәктәптәрҙәге хәүефһеҙлек талаптарына иғтибарын бүлде.

Рәсәй лидеры һүҙҙәренсә, муниципиаль һәм төбәктәге хакимиәткә, уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәренең килемен иҫәпкә алып, белем усаҡтарындағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе өлөшләтә финанслауҙы үҙҙәренә алырға кәрәк. Бындай фекерҙе Владимир Путин Сочиҙа студенттар менән осрашҡанда белдерҙе. «Әгәр ҙә ғаиләнең килеме юҡ икән, улар нисек түләйәсәк һуң? Был осраҡта муниципалитеттар, төбәктәр ошо йүнәлештәге өлөшләтә сығымдарҙы үҙҙәре ҡапларға тейеш», – тине ил етәксеһе.



Читайте нас: