Бөтә яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 11:18

Быйыл ниндәй эштәр башҡарыласаҡ?

2020 йылда иҫке һәм авария хәлендәге биналар 72 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарына алыштырыласаҡ. Шуларҙың 57-еһе – федераль, 15-е республика ҡаҙнаһынан финанслана. Был хаҡта һүҙ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса үткән видеоселектор кәңәшмәһендә барҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева йыл аҙағына тиклем бөтә балалар поликлиникалары ла һаҡсылға һәм уңайлыға әйләнергә тейешлеген хәтергә төшөрҙө. Ул шулай уҡ «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» проекты сиктәрендә төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләре йыһазландырыу дауам ителәсәген белдерҙе. «Онкология ауырыуҙары менән көрәш» буйынса онкологик диспансер һәм дүрт үҙәк йыһазландырыласаҡ. Ә баш ҡалабыҙҙың 4-се, 5-се балалар поликлиникаларына һәм Сибайҙағы үҙәк ҡала больницаһына капиталь ремонт үткәреләсәк. 2019 йылда «Медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү» программаһы эшләй башлаһа, быйыл эште дауам итеү өсөн 329 миллион һум бүленгән.


Читайте нас: