Әле районда XXII Спартакиада сиктәрендә үткәрелгән көрәш буйынса ярышта гимназия спортсылары I урын яуланы! Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арналған бәйге "Батыр" клубы базаһында ойошторола. Был ярыш райондың һәр бер мәктәбенән килгән көрәшселәрҙең күплеге менән айырылып торҙо. Балаларҙың спортҡа ылығыуы бик хуп. Бының өсөн көслө, таһыллы, сәмле көрәшселәрҙе әҙерләгәне өсөн Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы тренеры Альфред Мотаһар улы Мәүлетҡоловҡа рәхмәт инде. Афарин, гимназистар!