Бындай ҡарар Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумында ҡабул ителде. Маҡтаулы исем фашист илбаҫарҙары менән көрәштә өфөләрҙең күмәк хеҙмәт батырлығы, ҡаһарманлығы, тыуған ил алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн тапшырылды.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға ебәрелгән хатта:
– Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығы уңайынан Өфө ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем бирергә, — тип белдерелә.