Быйылғы БДИ яңылыҡтарының береһе: бөтә сығарылыш уҡыусылары ла математика фәненән – 1 июнь көнө имтихан тапшыра. Йәғни төп (профиль) һәм база буйынса ла. Тимәк, сығарылыш уҡыусылары өсөн уйлап хәл итергә кәрәк. Тағы ла киләсәген психология менән бәйләргә теләүселәр өсөн үҙгәреш бар. Быға тиклем урыҫ, математика һәм биологиянан һынауҙар булһа, быйыл теүәл фән урынына йәмғиәтте өйрәнеүҙән имтихан бирергә тигән яңылыҡ индерелгән. Бына шулай, моғайын да, һәр кем үҙ юлын дөрөҫ һайлар, тип ышанабыҙ.