Бөтә яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 19:19

Радий Хәбиров бөтә студенттарҙы йыя

Республикабыҙ уҡыу йорттарында, унан ситтә белем алыусы студенттар өсөн бик шәп яңылыҡ! Уҡыуҙа, фән, спорт өлкәһендә һиҙелерлек уңыштарығыҙ бар, йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем икәнһегеҙ, һеҙҙе республика Башлығы Радий Хәбиров «Өйҙә» тигән студенттар форумына саҡыра.

– Осрашырбыҙ, йәш белгестәр өсөн ярҙам күрһәтеү программалары нисек эшләгәне, ҡайҙа йәш белгестәр талап ителеүе, стажировка үтеү өсөн ниндәй мөмкинлектәр барлығы хаҡында һөйләшербеҙ. Предприятиеларға экскурсиялар үткәрербеҙ, ниндәй вакансиялар бар икәнен күрһәтербеҙ. Мин күптән бөтәһен дә, шул иҫәптән сифатлы белем алырға тип сығып киткән студенттарҙы ла, йыйып алырға теләй инем, – тип белдерә республика етәксеһе.
Әлеге сараға республиканың бөтә идаралыҡ командаһы – республика Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, министрҙар, район-ҡалаларҙағы хакимиәт башлыҡтары саҡырылған.
– Минең өсөн һеҙҙең менән танышыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, нимә менән борсолоуығыҙҙы белеү бик тә мөһим. Был сара йәштәр өсөн ҙур һәм файҙалы ваҡиға буласаҡ, – тип тә билдәләй Радий Фәрит улы.
Студенттар форумы 5 февралдә "Торатау" конресс-холында үтәсәк. Студенттар, саранан ситтә ҡалмағыҙ, эш табыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Читайте нас: